Башҡортостанда 2019 йылда байрам һәм ял көндәрен иҫәпкә алғанда 121 эшләмәгән көн буласаҡ. Төбәк Хеҙмәт министрлығы киләһе йылға эш календарын баҫып сығарҙы.
Атап үткәндә, 5 ғинуар, шәмбе ял көнө 2 майға, кесе йомаға күсерелә. 6 ғинуар йәкшәмбеһе 3 майға, йомаға тура киләсәк. 23 февраль байрам көнө 10 майға, йомаға күсерелә.
Биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан халҡы 244 көн эшләй. Иң күп ял көндәре ғинуарға һәм майға тура килә – 14 һәм 13 көн.
Мосолмандарҙың Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары 2019 йылда 4 июнгә һәм 11 авгусҡа тура килә.