Новости
1 Август 2018, 05:00

Август айына һынамыштар

- Бал ҡорттары умартанан бик иртә осоп сыҡһа, көн аяҙ булыр.- Иртән бал ҡорттары умартанан сыҡмайынса шаулашһа, төш ваҡытында ямғыр ҡойор.- Иртән йәки көндөҙ бал ҡорттары ҙур төркөм булып умартаға ашығып ҡайтһа һәм унан бөтөнләй тиерлек осоп сыҡмаһа, тиҙҙән ел күтәрелеп, ямғыр ҡойор.- Йәшен йәшнәп болот килгәндә бал ҡорттары умартаға инеп йәшенмәһә, ямғыр булмай, ул сит­ләтеп үтә.- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.- Сиңерткәләр кис ныҡ сырылдаһа, һауа яҡшырыр.- Бал ҡорттары умарталыҡ тирәләй сәбәләнеп осһа, ямғыр көтөгөҙ.- Балыҡтар ямғыр алдынан уйнаусан.- Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр.- Ҡояш ҡыҙарып байыһа, елләп ямғыр яуыр.- Болондағы кипкән бесән дымланһа, ямғыр булыр.- Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.

Август айына һынамыштарАвгуст айына һынамыштар
Август айына һынамыштар

- Бал ҡорттары умартанан бик иртә осоп сыҡһа, көн аяҙ булыр.
- Иртән бал ҡорттары умартанан сыҡмайынса шаулашһа, төш ваҡытында ямғыр ҡойор.
- Иртән йәки көндөҙ бал ҡорттары ҙур төркөм булып умартаға ашығып ҡайтһа һәм унан бөтөнләй тиерлек осоп сыҡмаһа, тиҙҙән ел күтәрелеп, ямғыр ҡойор.
- Йәшен йәшнәп болот килгәндә бал ҡорттары умартаға инеп йәшенмәһә, ямғыр булмай, ул сит­ләтеп үтә.
- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.
- Сиңерткәләр кис ныҡ сырылдаһа, һауа яҡшырыр.
- Бал ҡорттары умарталыҡ тирәләй сәбәләнеп осһа, ямғыр көтөгөҙ.
- Балыҡтар ямғыр алдынан уйнаусан.
- Һауала һаҙағай уйнаһа, иген уңыр.
- Ҡояш ҡыҙарып байыһа, елләп ямғыр яуыр.
- Болондағы кипкән бесән дымланһа, ямғыр булыр.
- Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
Читайте нас