Новости
4 Июнь 2018, 09:15

Әгәр балағыҙҙы музыкант итергә теләһәгеҙ…

«Ҡыҙымды киләсәктә музыкант итеп күрергә теләйем. Быйыл Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Рес­публика гимназия-интернаты ниндәй кластарға уҡыусылар ҡабул итә икән?»Л. ИЛТЕРӘКОВА.Салауат районы.Был һорауға Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының директоры вазифаһын башҡарыусы Г. ГУССАМОВА яуап бирә:– Беҙҙең урта белем биреү учреждениеһына ағымдағы йылдың 9 – 10 июнендә 5-се, 6-сы һәм 10-сы клас­тар өсөн уҡыусылар ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Иғтибар итегеҙ, 10-сы класс өсөн баланың музыкаль белеме булырға тейеш. Гимназияла тынлы, һуҡма, ҡыллы һәм халыҡ музыка ҡоралдарында, башҡорт фольклоры, махсус фортепиано, хор дирижерлығы буйынса уҡыуҙар алып барыла. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Зорге урамы, 25/1 һанлы йорт.Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙар менән 8 (347) 223-08-10 телефоны буйынса шылтырата йәки сайттағы мәғлүмәт менән таныша алаһығыҙ.

Әгәр балағыҙҙы музыкант итергә теләһәгеҙ…Әгәр балағыҙҙы музыкант итергә теләһәгеҙ…
Әгәр балағыҙҙы музыкант итергә теләһәгеҙ…

«Ҡыҙымды киләсәктә музыкант итеп күрергә теләйем. Быйыл Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Рес­публика гимназия-интернаты ниндәй кластарға уҡыусылар ҡабул итә икән?»
Л. ИЛТЕРӘКОВА.
Салауат районы.

Был һорауға Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының директоры вазифаһын башҡарыусы Г. ГУССАМОВА яуап бирә:
– Беҙҙең урта белем биреү учреждениеһына ағымдағы йылдың 9 – 10 июнендә 5-се, 6-сы һәм 10-сы клас­тар өсөн уҡыусылар ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Иғтибар итегеҙ, 10-сы класс өсөн баланың музыкаль белеме булырға тейеш. Гимназияла тынлы, һуҡма, ҡыллы һәм халыҡ музыка ҡоралдарында, башҡорт фольклоры, махсус фортепиано, хор дирижерлығы буйынса уҡыуҙар алып барыла. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Зорге урамы, 25/1 һанлы йорт.
Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙар менән 8 (347) 223-08-10 телефоны буйынса шылтырата йәки сайттағы мәғлүмәт менән таныша алаһығыҙ.
Читайте нас