Новости
28 Май 2018, 11:35

Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азамат Хәлилов 49 йәшендә яҡты донъянан китте.Ул Бөрйән районында тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә эшләне. Ул беҙгә сағыу ролдәре, Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелгән "Күңелле йәшәйбеҙ" тележурналы аша таныш.Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә иртәнге сәғәт 10-да була.Азамат Хәлиловтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булдыБилдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азамат Хәлилов 49 йәшендә яҡты донъянан китте.
Ул Бөрйән районында тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә эшләне. Ул беҙгә сағыу ролдәре, Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелгән "Күңелле йәшәйбеҙ" тележурналы аша таныш.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә иртәнге сәғәт 10-да була.
Азамат Хәлиловтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас