Новости
13 Апрель 2018, 05:00

Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете

Нисек тамаҡ туйҙырырға? - тиеп,Ҡайғырған саҡ ҡалды иҫләргә.Бары булыр кәрәк һиҙгер, көндөҙ,Кем онота келәт бикләргә.Кисен сығам бер ни булмағандай,Һуҡмаҡ һалам күрше келәткә.Асыҡ ҡалған ишектән инеүгәЮлығам мин һимеҙ, мул иткә.Төн йоҡомдо йоҡламайым, әммә,Бурлыҡта йөрөп эс кәпәйтәм,Иҫһеҙ-ғәмһеҙ күрше хужаларҙыАуыҙ йырып, шулай һемәйтәм.Шөкөр тием Хоҙайыма, шөкөр,Һуғым ите ашап, һимерҙем.Ауыл халҡы һуғым һуймаҫ элекНи эләкте, шуны кимерҙем.Әле бары ҡыш уртаһы ғына,Һуғым ите етер, яҙғаса.Тик хужалар ҡалдарһындар ғынаИшек-келәләрҙе япмайса.Хәлиҙә Ишдәүләтова

Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйетеКеләттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете
Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете


Нисек тамаҡ туйҙырырға? - тиеп,
Ҡайғырған саҡ ҡалды иҫләргә.
Бары булыр кәрәк һиҙгер, көндөҙ,
Кем онота келәт бикләргә.
Кисен сығам бер ни булмағандай,
Һуҡмаҡ һалам күрше келәткә.
Асыҡ ҡалған ишектән инеүгә
Юлығам мин һимеҙ, мул иткә.
Төн йоҡомдо йоҡламайым, әммә,
Бурлыҡта йөрөп эс кәпәйтәм,
Иҫһеҙ-ғәмһеҙ күрше хужаларҙы
Ауыҙ йырып, шулай һемәйтәм.
Шөкөр тием Хоҙайыма, шөкөр,
Һуғым ите ашап, һимерҙем.
Ауыл халҡы һуғым һуймаҫ элек
Ни эләкте, шуны кимерҙем.
Әле бары ҡыш уртаһы ғына,
Һуғым ите етер, яҙғаса.
Тик хужалар ҡалдарһындар ғына
Ишек-келәләрҙе япмайса.
Хәлиҙә Ишдәүләтова
Читайте нас