Новости
14 Февраля 2018, 15:27

Мөхәббәт ул — мәңгелек сер

Мөхәббәт ул — ул илаһи көс,Батша башын эйҙерер ул.Бер йолҡошто хан итер ҙәЯндырыр ҙа, көйҙөрөр ул.— Һөйәһеңме? — тип һорама,Ҡара минең күҙҙәремә.Ҡарашыма яҙылған бит,Бөтә әйтер һүҙҙәрем дә.Яндарыңа саҡыр мине,Мин осормон диңгеҙ аша.Көслө һөйөү ялҡынынан,Хатта тулҡын үҙе ҡаса.Йыһанда ла мин аҙашмам —Мине көткән һөйгәнем бар.Һине тик бер күреү өсөн,Мең ҡат туңып-көйгәнем бар.Арабыҙҙан ел үтмәһен,Саф һөйөүгә төшмәһен кер.Тик икебеҙ генә белгәнМөхәббәт ул — мәңгелек сер...Биктимерова Фәнүзә.

Мөхәббәт ул — мәңгелек серМөхәббәт ул — мәңгелек сер
Мөхәббәт ул — мәңгелек сер

Мөхәббәт ул — ул илаһи көс,
Батша башын эйҙерер ул.
Бер йолҡошто хан итер ҙә
Яндырыр ҙа, көйҙөрөр ул.
— Һөйәһеңме? — тип һорама,
Ҡара минең күҙҙәремә.
Ҡарашыма яҙылған бит,
Бөтә әйтер һүҙҙәрем дә.
Яндарыңа саҡыр мине,
Мин осормон диңгеҙ аша.
Көслө һөйөү ялҡынынан,
Хатта тулҡын үҙе ҡаса.
Йыһанда ла мин аҙашмам —
Мине көткән һөйгәнем бар.
Һине тик бер күреү өсөн,
Мең ҡат туңып-көйгәнем бар.
Арабыҙҙан ел үтмәһен,
Саф һөйөүгә төшмәһен кер.
Тик икебеҙ генә белгән
Мөхәббәт ул — мәңгелек сер...

Биктимерова Фәнүзә.
Читайте нас