Новости
19 Сентябрь 2017, 14:54

Калашниковҡа һәйкәлде тамырҙары менән башҡорт скульптор яһаған

Бөгөн Рәсәйҙә Ҡорал яһаусы көнө билдәләнә. Ошо күркәм байрамға арнап, Мәскәүҙә Садовая-Каретная һәм Долгоруковская урамдары киҫелешендә атыу ҡоралдары конструкторы Михаил Калашниковҡа арналған һәйкәл асылды.Михаил Тимофеевич ҡулына үҙе эшләгән АК-47 автоматын тотҡан көйөнсә һынландырылған. Һәйкәлдә шулай уҡ Ер шары һәм Изге Георгий образы ла бар. Композицияның авторы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Салауат Щербаков. Әйткәндәй ул тамырҙары менән башҡорт - атаһы Ырымбур өлкәһендәге бер башҡорт ауылында тыуған.

Калашниковҡа һәйкәлде тамырҙары менән башҡорт скульптор яһағанКалашниковҡа һәйкәлде тамырҙары менән башҡорт скульптор яһаған
Калашниковҡа һәйкәлде тамырҙары менән башҡорт скульптор яһаған

Бөгөн Рәсәйҙә Ҡорал яһаусы көнө билдәләнә. Ошо күркәм байрамға арнап, Мәскәүҙә Садовая-Каретная һәм Долгоруковская урамдары киҫелешендә атыу ҡоралдары конструкторы Михаил Калашниковҡа арналған һәйкәл асылды.

Михаил Тимофеевич ҡулына үҙе эшләгән АК-47 автоматын тотҡан көйөнсә һынландырылған. Һәйкәлдә шулай уҡ Ер шары һәм Изге Георгий образы ла бар. Композицияның авторы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Салауат Щербаков. Әйткәндәй ул тамырҙары менән башҡорт - атаһы Ырымбур өлкәһендәге бер башҡорт ауылында тыуған.
Читайте нас