Новости
2 Июнь 2017, 11:54

Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!

Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы мәктәбе коллектив менән беҙҙең гәзиткә яҙылғанБында директор Фәнүр Фәрит улы Садиҡов етәкселегендә үҙ һөнәренең оҫта­һы булған уҡытыусылар эшләй. Үткән аҙнала беҙ ике уҡыусыны, Б. Сол­тан­гәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсында “Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүсе Сания Кө­мөшбаева һәм Яҙгөл Ғәлимйәнованы тәбрикләнек. Башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Альбина Са­диҡова белдере­үенсә, уҡыусылар, дәрт­ләнеп, киләһе йыл­дағы ярышта ла әүҙем ҡатнашыр­ға теләк белдергән. Өмөтбайҙар “Афа­рин!” тип әйтерлек тағы ла бер эш башҡар­ған. Мәктәп һәм балалар баҡсаһында эшләүсе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, техник хеҙмәткәрҙәр – тотош коллектив киләһе ярты йыллыҡта ла беҙҙең гәзитте уҡыясаҡ. “Китапханасыбыҙ Гөлсинә Рәис ҡыҙы Сәитғәлина тырышты, гәзит-журналдарға подписка барышын ҡараһаҡ, 15 кешенең “Йәшлек”те алдырасағы күренде”, – ти уҡытыусылар.Өмөтбайҙарға рәхмәт!

Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!
Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!
Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы мәктәбе коллектив менән беҙҙең гәзиткә яҙылған

Бында директор Фәнүр Фәрит улы Садиҡов етәкселегендә үҙ һөнәренең оҫта­һы булған уҡытыусылар эшләй.
Үткән аҙнала беҙ ике уҡыусыны, Б. Сол­тан­гәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсында “Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүсе Сания Кө­мөшбаева һәм Яҙгөл Ғәлимйәнованы тәбрикләнек. Башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Альбина Са­диҡова белдере­үенсә, уҡыусылар, дәрт­ләнеп, киләһе йыл­дағы ярышта ла әүҙем ҡатнашыр­ға теләк белдергән.
Өмөтбайҙар “Афа­рин!” тип әйтерлек тағы ла бер эш башҡар­ған. Мәктәп һәм балалар баҡсаһында эшләүсе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, техник хеҙмәткәрҙәр – тотош коллектив киләһе ярты йыллыҡта ла беҙҙең гәзитте уҡыясаҡ.
“Китапханасыбыҙ Гөлсинә Рәис ҡыҙы Сәитғәлина тырышты, гәзит-журналдарға подписка барышын ҡараһаҡ, 15 кешенең “Йәшлек”те алдырасағы күренде”, – ти уҡытыусылар.
Өмөтбайҙарға рәхмәт!
Читайте нас