Новости
21 Апрель 2017, 10:13

“Бабич” экрандарға сыға

Башҡортостанда тарихи башҡорт нәфис фильмы төшөрөлөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. “Бабич” кинотаҫмаһы – шиғриәтебеҙ классигы, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич тураһында.Сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова әйтеүенсә, уның йөкмәткеһенә нигеҙ итеп 1916 – 1919 йылдарҙағы тарихи ваҡиғалар хаҡындағы документтар алынған.Шәмбелә, йәғни 22 апрелдә, фильм шағирҙың тыуған яғында – Дүртөйлө районының Әсән ауылында күрһәтеләсәк. Дүшәмбенән – Өфөлә, “Родина”, “Ультра” кинотеатрҙарында, 27 апрелдән Ок­тябрьский, Баймаҡ, Сибай, Салауат, Стәрле­тамаҡ, Дүртөйлөлә ҡарарға мөмкин.

“Бабич” экрандарға сыға“Бабич” экрандарға сыға
“Бабич” экрандарға сыға

Башҡортостанда тарихи башҡорт нәфис фильмы төшөрөлөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. “Бабич” кинотаҫмаһы – шиғриәтебеҙ классигы, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич тураһында.
Сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова әйтеүенсә, уның йөкмәткеһенә нигеҙ итеп 1916 – 1919 йылдарҙағы тарихи ваҡиғалар хаҡындағы документтар алынған.
Шәмбелә, йәғни 22 апрелдә, фильм шағирҙың тыуған яғында – Дүртөйлө районының Әсән ауылында күрһәтеләсәк. Дүшәмбенән – Өфөлә, “Родина”, “Ультра” кинотеатрҙарында, 27 апрелдән Ок­тябрьский, Баймаҡ, Сибай, Салауат, Стәрле­тамаҡ, Дүртөйлөлә ҡарарға мөмкин.
Читайте нас