Новости
30 Марта 2017, 15:55

Бында ла беҙҙекеләр!

“Республика Башкортостан” нәшриәт йорто ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар араһында конкурс иғлан иткәйне, ошо көндәрҙә “Супербүләк от” еңеүселәре билдәле булды. Нимәһе шатлыҡлы – бүләккә эйә булыусы 21 бәхетленең 10-ауы беҙҙең “Йәшлек” уҡыусылары.Бүләктәр ҙә шәп – телевизорҙар, юлдаш телевидениеһы йыйылмаһы, планшеттар.

Бында ла беҙҙекеләр!Бында ла беҙҙекеләр!
Бында ла беҙҙекеләр!

“Республика Башкортостан” нәшриәт йорто ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар араһында конкурс иғлан иткәйне, ошо көндәрҙә “Супербүләк от” еңеүселәре билдәле булды. Нимәһе шатлыҡлы – бүләккә эйә булыусы 21 бәхетленең 10-ауы беҙҙең “Йәшлек” уҡыусылары.
Бүләктәр ҙә шәп – телевизорҙар, юлдаш телевидениеһы йыйылмаһы, планшеттар.
Түбәндәге исемлектә, бәлки, һеҙ ҙә барҙыр:
Икенсе урын, 81 см диагоналле телевизор – М. СӘЙЕТОВА, Баймаҡ районының Оло Басай ауылы
Өсөнсө урын, RU HD юлдаш телевидениеһы йыйылмаһы – Р. МИҺРАНОВА, Салауат районының Илтәй ауылы
Дүртенсе урын, планшет 10,1” – Фаягөл ЗӘЙНЕТДИНОВА, Мәсетле районының Һөләймән ауылы
– Йәүит СОЛТАНОВ, Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Аҡсар ауылы
– Венера АЛЛАБИРҘИНА, Ғафури районының Йөҙимән ауылы
– Фазылйән СУРИН, Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылы
Бишенсе урын, планшет 7“ – Әсмә БУЛАТОВА, Йылайыр районының Һабыр ауылы
– Г. АҪЫЛБАЕВА, Архангел районының Тәүәкәс ауылы
– Илнур ТАШБУЛАТОВ, Әбйәлил районының Хәлил ауылы
– Хәбир ШӘЙӘХМӘТОВ, Күгәрсен районының Мораҡ ауылы.
Ҡотлайбыҙ!

Әйткәндәй
2017 йылдың икенсе ярты йыллығына яратҡан гәзит-журналдарығыҙға яҙылығыҙ. “Йәшлек” тә үҙ дуҫтарын элеккесә әүҙем булырға саҡыра. Гәзитебеҙгә алты айға яҙылыу хаҡы – 810 һум 12 тин. Почтанан барып алып йөрөргә теләүселәргә – 778 һум 44 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас