Новости
25 Март 2017, 18:00

«Араларҙа – моң ғына...»

Рәсәй Федерацияһы һәм Баш­ҡортостан Республикаһының ат­ҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың ғорурлығы, маэстро Салауат Низаметдинов – башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәр­ҙең береһе. Уның «Күҙҙәремә ҡара», «Яратам, яратам», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Бу­тамағыҙ минең яҙмышымды», «Иҫ­ке өй» кеүек ижад емештәре күптәребеҙҙең «күңел дәф­тә­ре»ндә мәңгегә уйылып ҡалған. 27 март Х. Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк «Араларҙа – моң ғына» исемле тамашала композиторҙың ижадына бер аҙ байҡау яһала. Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсу­рина, Вәхит Хызыров, Азамат Ти­меров, Сәйҙә Ильясова, Лилиә Ишемйәрова, Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоев, Искәндәр Ғәзи­зов, Заһир Иҫәнсурин, Айгиз Ха­нов, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкиров һәм башҡа танылған йырсылар башҡарыуында яратҡан йырҙарығыҙҙы ишетерһегеҙ. Кон­цертта шулай уҡ композитор­ҙың ижадташ дуҫтары, туғандары һәм музыканттың ижадына битараф булмағандар ҡат­наша. Тама­ша­ның режиссеры – Баш­ҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.Халыҡ араһында ҙур танылыу яулаған Салауат Низаметди­новтың даны республикала ғына түгел, унан тыш та таралған. Хәтер йә­шәй икән, шәхес тә йәшәй тигән һүҙ. 27 мартта үтәсәк концерт-тамаша билдәле композиторҙың шәхесен һәм ижадын үҫеп килеүсе быуынға танытыусы кисә булып торор, тигән ышаныстабыҙ.Рәхим итегеҙ!27 март, 19.00Х. ӘХМӘТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫҘур зал

«Араларҙа – моң ғына...»«Араларҙа – моң ғына...»
«Араларҙа – моң ғына...»

Рәсәй Федерацияһы һәм Баш­ҡортостан Республикаһының ат­ҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың ғорурлығы, маэстро Салауат Низаметдинов – башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәр­ҙең береһе. Уның «Күҙҙәремә ҡара», «Яратам, яратам», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Бу­тамағыҙ минең яҙмышымды», «Иҫ­ке өй» кеүек ижад емештәре күптәребеҙҙең «күңел дәф­тә­ре»ндә мәңгегә уйылып ҡалған. 27 март Х. Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк «Араларҙа – моң ғына» исемле тамашала композиторҙың ижадына бер аҙ байҡау яһала. Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсу­рина, Вәхит Хызыров, Азамат Ти­меров, Сәйҙә Ильясова, Лилиә Ишемйәрова, Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоев, Искәндәр Ғәзи­зов, Заһир Иҫәнсурин, Айгиз Ха­нов, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкиров һәм башҡа танылған йырсылар башҡарыуында яратҡан йырҙарығыҙҙы ишетерһегеҙ. Кон­цертта шулай уҡ композитор­ҙың ижадташ дуҫтары, туғандары һәм музыканттың ижадына битараф булмағандар ҡат­наша. Тама­ша­ның режиссеры – Баш­ҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Халыҡ араһында ҙур танылыу яулаған Салауат Низаметди­новтың даны республикала ғына түгел, унан тыш та таралған. Хәтер йә­шәй икән, шәхес тә йәшәй тигән һүҙ. 27 мартта үтәсәк концерт-тамаша билдәле композиторҙың шәхесен һәм ижадын үҫеп килеүсе быуынға танытыусы кисә булып торор, тигән ышаныстабыҙ.
Рәхим итегеҙ!

27 март, 19.00
Х. ӘХМӘТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ
Ҙур зал
Читайте нас