Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2017, 19:03

Ҡоймаҡ

Күп кенә хужабикә ҡоймаҡ ҡамырының уңмауына, бешергәндә селтәрләнеп, күҙләнеп тормауына зар­лана. Түбәндәге ҡоймаҡ ҡамырын эшләргә өйрәнеп алһағыҙ, ауыҙҙа иреп кенә торған тәмле ризыҡ һыйланыусыларығыҙға бик оҡшар.Иң тәүҙә 2 балғалаҡ ҡоро сүпрәнән әсетке яһарға. 1 литр һөттө йы­лытып, шәкәр, тоҙ, әҙерләнгән әсеткене, 2 стакан манный ярмаһы, 2 стакан он һалып ҡамыр баҫып, ике сәғәткә йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға. Ҡамыр ҡабарғас, ярты литр һөттө эҫе килеш ҡамырға ҡойорға. Яҡшы итеп туҡығас, 2 – 3 йоморт­ҡа һалып, ярты сәғәт ҡабартып алабыҙ. Ҡамырҙы әҙерләү оҙаҡ ҡына ваҡытты алһа ла, ҡоймаҡ бик тәмле килеп сыға.

Ҡоймаҡ
Ҡоймаҡ
Күп кенә хужабикә ҡоймаҡ ҡамырының уңмауына, бешергәндә селтәрләнеп, күҙләнеп тормауына зар­лана. Түбәндәге ҡоймаҡ ҡамырын эшләргә өйрәнеп алһағыҙ, ауыҙҙа иреп кенә торған тәмле ризыҡ һыйланыусыларығыҙға бик оҡшар.
Иң тәүҙә 2 балғалаҡ ҡоро сүпрәнән әсетке яһарға. 1 литр һөттө йы­лытып, шәкәр, тоҙ, әҙерләнгән әсеткене, 2 стакан манный ярмаһы, 2 стакан он һалып ҡамыр баҫып, ике сәғәткә йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға. Ҡамыр ҡабарғас, ярты литр һөттө эҫе килеш ҡамырға ҡойорға. Яҡшы итеп туҡығас, 2 – 3 йоморт­ҡа һалып, ярты сәғәт ҡабартып алабыҙ. Ҡамырҙы әҙерләү оҙаҡ ҡына ваҡытты алһа ла, ҡоймаҡ бик тәмле килеп сыға.

Читайте нас: