Ир-егеттең аҫылдары!
“Минең батырым” конкурсында ҡатнашҡан һәр кемде еңеүсе тиергә булаХөрмәтле йәмәғәт, күптәрегеҙҙең “Йәшлек” иғлан иткән конкурстарҙа үҙен һынап ҡарағаны бар. Рәхмәт һеҙгә! Шундай әүҙем уҡыусыларыбыҙ менән һәр ярыш ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле үтә. Конкурсты башлап ебәрерлек байрамдар, яҡшы ваҡиғалар ҙа булып тора бит әле ул, рәхмәт төшкөрө.