Әлеге ваҡытта илебеҙ Президенты Владимир Путин менән ҙур матбуғат конференцияһы бара. Унда Өфө ҡалаһынан Марат Сәғәҙәтов атлы журналист Рәсәйҙең иҡтисади бойондороҡһоҙлоғо һәм илдәге патриотик кәйеф хаҡында һорау бирҙе.
- Беҙгә Башҡортостандағы хәл-торош яҡшы билдәле, - тип яуап бирҙе Владимир Путин. - 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы 16 йәштән алып бөтә ир-егеттәрҙе атҡа ултыртып, ҡоралландырып яуға оҙатты. Бөйөк Ватан һуғышында ла ошо хәл ҡабатланды. Беҙ бының менән ғорурланырға тейешбеҙ.
Иҡтисади бойондороҡһоҙлоҡ тураһында һорауҙы ла илебеҙ Президенты урап үтмәне.
- Беҙ үҙебеҙҙең рейтинг агентлыҡтарын, консалтингыны булдырырға тейешбеҙ һәм беҙ быны эшләйбеҙ. Был структураларҙың эшмәкәрлеге асыҡ булырға, улар абруй менән файҙаланырға тейеш. Шунһыҙ уларҙың эшмәкәрлеге мәғәнәһеҙ буласаҡ, - тине В.Путин.