Новости
21 Декабрь 2016, 10:47

Арктик циклон сатлама һыуыҡ алып килде

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн төндә Башҡортостанға арктик циклон сатлама һыуыҡ алып килде. Был хәлгә айырыуса төньяҡ райондар дусар булды. Балаҡатайҙағы Ямаш метеостанцияһында -40.9 градус һыуыҡ, Асҡында -40.8, Яңауылда - 40.6 градус теркәлде. Ҡалған төбәктәрҙә саҡ ҡына йылыраҡ, -32, -39 торҙо, көнъяҡта -26-30 градус булды.Өфөлә иһә айырыуса һыуыҡ урынды Дим биҫтәһе күрһәтте - бында -36.7 градус булды. Был күрһәткес 1937 йылғы менән тап килә. Быға тиклемге температура рекорды 1978 йылда яһалған - 32.5 градус һыуыҡ тороуы билдәле. Аэропорт метеостанцияһындағы термометрҙар - 33.3, Р.Зорге урамындағы ГМЦ посында -32.1 градус һыуыҡты күрһәткән. "фото Ришат Башҡортостан - Үткәл" төркөмөнән алынған фотола: Белорет районының Үткәл ауылында -44 градус һыуыҡ булған.

Арктик циклон сатлама һыуыҡ алып килдеАрктик циклон сатлама һыуыҡ алып килде
Арктик циклон сатлама һыуыҡ алып килде

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн төндә Башҡортостанға арктик циклон сатлама һыуыҡ алып килде. Был хәлгә айырыуса төньяҡ райондар дусар булды. Балаҡатайҙағы Ямаш метеостанцияһында -40.9 градус һыуыҡ, Асҡында -40.8, Яңауылда - 40.6 градус теркәлде. Ҡалған төбәктәрҙә саҡ ҡына йылыраҡ, -32, -39 торҙо, көнъяҡта -26-30 градус булды.

Өфөлә иһә айырыуса һыуыҡ урынды Дим биҫтәһе күрһәтте - бында -36.7 градус булды. Был күрһәткес 1937 йылғы менән тап килә. Быға тиклемге температура рекорды 1978 йылда яһалған - 32.5 градус һыуыҡ тороуы билдәле. Аэропорт метеостанцияһындағы термометрҙар - 33.3, Р.Зорге урамындағы ГМЦ посында -32.1 градус һыуыҡты күрһәткән.

"фото Ришат Башҡортостан - Үткәл" төркөмөнән алынған фотола: Белорет районының Үткәл ауылында -44 градус һыуыҡ булған.
Читайте нас