Новости
19 Ноября 2016, 13:52

Янығыҙҙа һәр саҡ булһын

Аш һеркәһе һәр хужабикәнең өйөндә бар. Кулинар ризыҡтар әҙерләгәндә генә түгел, башҡа маҡсатта ла ҡулланыла ул.- Бер аҙ һыу ҡушылған аш һеркәһе һипһәгеҙ, түтәлдәрегеҙ эргәһендә сүп үләндәре күренмәҫ.- Кейемдең тир һеңгән урынын аш һеркәһенә мансып 10 минут тотоп алһағыҙ, таптарҙың эҙе лә ҡалмаҫ.- Ангинаны дауаларға була. Бер ҡалаҡ алма һеркәһенә бер стакан һыу ҡойоғоҙ ҙа, тамағығыҙҙы сайҡағыҙ.- Аш һеркәһе сәс бәлзәмен дә алмаштыра. Сәсегеҙҙе шундай һыу менән сайҡатһағыҙ, ҡауаҡ та булмаҫ, тарауы ла еңеләйер.- Ауыр физик эштән һуң тәнде яҙып та булмай, ауырта. Сөнки быуындарҙа һөт кислотаһы йыйыла. Ауыртыныуҙы баҫыу өсөн бер стакан һыуға 3 ҡалаҡ аш һеркәһе һалып, компресс эшләгеҙ.

Янығыҙҙа һәр саҡ булһынЯнығыҙҙа һәр саҡ булһын
Янығыҙҙа һәр саҡ булһын
Аш һеркәһе һәр хужабикәнең өйөндә бар. Кулинар ризыҡтар әҙерләгәндә генә түгел, башҡа маҡсатта ла ҡулланыла ул.

- Бер аҙ һыу ҡушылған аш һеркәһе һипһәгеҙ, түтәлдәрегеҙ эргәһендә сүп үләндәре күренмәҫ.
- Кейемдең тир һеңгән урынын аш һеркәһенә мансып 10 минут тотоп алһағыҙ, таптарҙың эҙе лә ҡалмаҫ.
- Ангинаны дауаларға була. Бер ҡалаҡ алма һеркәһенә бер стакан һыу ҡойоғоҙ ҙа, тамағығыҙҙы сайҡағыҙ.
- Аш һеркәһе сәс бәлзәмен дә алмаштыра. Сәсегеҙҙе шундай һыу менән сайҡатһағыҙ, ҡауаҡ та булмаҫ, тарауы ла еңеләйер.
- Ауыр физик эштән һуң тәнде яҙып та булмай, ауырта. Сөнки быуындарҙа һөт кислотаһы йыйыла. Ауыртыныуҙы баҫыу өсөн бер стакан һыуға 3 ҡалаҡ аш һеркәһе һалып, компресс эшләгеҙ.
- Тутыҡҡан сөйҙәрҙе, гайкаларҙы аш һеркәһендә ҡайнатһағыҙ, туты ҡалмаҫ.
- Аш һеркәһенә мансылған сепрәк менән һыуытҡысты, шкафтар­ҙы, ярмалар һалынған контейнерҙарҙы һөртөп алһағыҙ, бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмаҫ.
- Аш һеркәһе унитаз, раковиналарҙағы юшҡынды ла яҡшы таҙарта.
- Йыуғанда кейемдең төҫө уңмаһын тиһәгеҙ, порошок менән бергә һыуға бер ҡалаҡ аш һеркәһе һалығыҙ.
- Өйөгөҙгә ҡырмыҫҡа эйәләһә, улар йөрөгән урындарға аш һеркәһе һиптереп сығығыҙ.
- Сәскәләр оҙаҡ һаҡланһын тиһәгеҙ, 1 литр һыуға 2 ҡалаҡ аш һеркәһе өҫтәп, шул һыуға ултыртығыҙ.
- Тырнаҡтарҙағы бәшмәк ауырыуын профилактикалауҙа ла аш һеркәһе иретмәһе яҡшы сара. Ҡулдарығыҙҙы, аяҡтарығыҙҙы көн дә 15 – 20 минут ошо һыуҙа тотоғоҙ.
- Канализация торбалары тығылһа, аш һеркәһе ярҙамға килер. Раковинаға ярты стакан сода һалып, уның өҫтөнә ярты стакан һеркә ҡойоғоҙ. 30 минуттан ҡайнап торған һыу ағыҙығыҙ. Насар еҫ бөтөр.
Читайте нас