Новости
17 Ноябрь 2016, 09:53

"Сәскә" печеньеһы

250 грамм эремсекте иләк аша үткәрәбеҙ ҙә, 100 грамм май һалып бутайбыҙ. Уға 100 грамм шәкәр менән күпертелгән 2 йомортҡа һарыһы ҡушып бутайбыҙ. Лимон һутында һүндерелгән сода, 2,5 стакан он, 1 кап ванилин һалып, артыҡ ҡаты булмаған ҡамыр баҫабыҙ.Ҡамырҙы артыҡ ҡалын итмәй йәйәбеҙ ҙә, сынаяҡ ҙурлығындағы түңәрәктәр ҡырҡып алабыҙ.3 түңәрәкте тоташтырып трубка рәүешендә төрөп, бысаҡ менән икегә ҡырҡабыҙ. Килеп сыҡҡан сәскәләрҙе майланған табаға теҙеп ҡайнар мейестә 30-40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.Ҡайнар килеш өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ҡәҙерле "Йәшлек"тәр!

\"Сәскә\" печеньеһы\"Сәскә\" печеньеһы
\"Сәскә\" печеньеһы
250 грамм эремсекте иләк аша үткәрәбеҙ ҙә, 100 грамм май һалып бутайбыҙ. Уға 100 грамм шәкәр менән күпертелгән 2 йомортҡа һарыһы ҡушып бутайбыҙ. Лимон һутында һүндерелгән сода, 2,5 стакан он, 1 кап ванилин һалып, артыҡ ҡаты булмаған ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы артыҡ ҡалын итмәй йәйәбеҙ ҙә, сынаяҡ ҙурлығындағы түңәрәктәр ҡырҡып алабыҙ.
3 түңәрәкте тоташтырып трубка рәүешендә төрөп, бысаҡ менән икегә ҡырҡабыҙ. Килеп сыҡҡан сәскәләрҙе майланған табаға теҙеп ҡайнар мейестә 30-40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Ҡайнар килеш өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ҡәҙерле "Йәшлек"тәр!
Читайте нас