Новости
13 Октября 2016, 13:21

Ниндәй кер йыуыу машинаһы алырға?

Көнкүреш техникаһы дефицит булған замандар үтте . Автомат кер йыуыу машиналары хәҙер һыу үткән ауыл өйҙәрендә лә бар. Тәүге тапҡыр был техниканы алырға йыйынғандар ниндәйҙәрен һайларға белмәй. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер, моғайын.

Ниндәй кер йыуыу  машинаһы алырға?Ниндәй кер йыуыу  машинаһы алырға?
Ниндәй кер йыуыу машинаһы алырға?

Көнкүреш техникаһы дефицит булған замандар үтте . Автомат кер йыуыу машиналары хәҙер һыу үткән ауыл өйҙәрендә лә бар. Тәүге тапҡыр был техниканы алырға йыйынғандар ниндәйҙәрен һайларға белмәй. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер, моғайын.

- Иң тәүҙә машинаның автоматик блокировкаһы бармы-юҡмы икәнлеген белешегеҙ. Әгәр ҙә бындай яйланмаһы булмаһа, өйҙәге бәләкәй балалар уның ишеген эшләп торғанында аса ала.
- Йортоғоҙҙа урын тар булһа, вертикаль кер йыуыу машинаһына өҫтөнлөк бирегеҙ.
- Күп фатирҙа һыу иҫәпләгес счетчиктар ҡуйылған. Машина кер йыуғанда күпме һыу ҡулланғаны менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Һыу аҙыраҡ китһә, шул тиклем яҡшыраҡ.
- Кер һала торған бактар тутыҡмай торған тимерҙән һәм пластиктан эшләнә. Белгестәр фекеренсә, тимер оҙаҡҡа сыҙай.
- Һыу температураһын көйләп булған автомат кер йыуыу машинаһы яҡшыраҡ. Трикотажды йы­уыу өсөн, мәҫәлән, үтә эҫе һыу ярамай.
- Иң төп параметр­ҙарҙың береһе – һыйҙырышлылығы. Әгәр ҙә ғаиләгеҙ ҙур түгел икән – 3,5 – 4 кг, ҙур булһа, 5 килолығы ҡулай.
- Барабандың минутына нисә мәртәбә әйләнеүенә лә иғтибар итегеҙ. Әйләнеү тиҙлеге ҙур икән, йыуған әйберҙәр ҙә тиҙерәк туҙасаҡ. Алтын уртаҡлыҡты һайлағыҙ.
- Тауыш, энергияны ҡулланыу кимәлен дә билдәләгән параметрҙар бар. Автомат кер йыуыу машинаһы һайлағанда таныштарығыҙҙың кәңәшенә лә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ!
Читайте нас