Новости
11 Октябрь 2016, 06:00

Тыуған көнөң менән, ғәзиз республикам!

Атым, затым, заманымЕрем-күгем туйлай һине бөгөн,Ҡотло булһын, илем, байрамың!Тантанаңа нағышланы йөрәкҠайнар мөхәббәтем байрағын.Күтәрәмен уны ҡояш итепУралтауға – мәғрур киңлеккә.Йән ереккән ергә аяҡ баҫҡас,Егәрҙәрем арта електә.

Тыуған көнөң менән, ғәзиз республикам!Тыуған көнөң менән, ғәзиз республикам!
Тыуған көнөң менән, ғәзиз республикам!
Атым, затым, заманым

Ерем-күгем туйлай һине бөгөн,
Ҡотло булһын, илем, байрамың!
Тантанаңа нағышланы йөрәк
Ҡайнар мөхәббәтем байрағын.

Күтәрәмен уны ҡояш итеп
Уралтауға – мәғрур киңлеккә.
Йән ереккән ергә аяҡ баҫҡас,
Егәрҙәрем арта електә.

Һай, Уралым, арҙаҡлыһы ерҙең,
Һиңә майҙан бөгөн тар һымаҡ –
Быуаттарҙы үтеп, бәйгелә һин
Һыр бирмәгән аҫау арғымаҡ.

Эйәрләтмәм уны ят ҡулдарҙан,
Ят улаҡҡа атым һонолмаҫ.
Ут-һыуҙарҙы кискән затым барҙа
Атым үтә алмаҫ юл булмаҫ!

Ил иманы!
Хаҡ, мөҡәддәс юлға
Һин бит алып сыҡтың халҡымды –
Сая рухлы Салауатым тоҡомо
Ҡыйғыр бөркөт булып ҡалҡынды.

Ҡайҙа баҡма, аҡ бәхеттәр тейәп
Ағылыр хәҙер көндәр-каруандар –
Республикам, донъя ҡеүәтенә
Ғәйрәт өҫтәр көсөң-ҡарыуың бар!

Бында яҙҙы халҡым үҙ тарихын,
Йөрәгендә шул уҡ ҡуҙ һаман:
Тыныс хеҙмәттә ул – бөйөк рәссам,
Ирке өсөн – яугир уҙаман.

Алғышланып, ҡанатланып шуға
Ҡаршылайым илем байрамын.
Яҙмышыма, заманыма һөйөнөп,
Күтәрелдем һиңә, Уралым!
Хәсән Назар
Читайте нас