Новости
2 Октябрь 2016, 07:58

Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп

Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп, Тик тармай телем: - Минең ярҙамдан зыяным Күберәк, - тимен. - Ни һөйләйһең ул?- тигәндәй Йылмайып ҡарай, Икәү генә эшләһәк тә Эшебеҙ ырай. - Беҙ бергә саҡта, - тимен мин,- Кәрәкмәй ярҙам! - Эсте тишмәҫ ине, - тиһең,- Бер көндә ҡаҙһаң. - Картуф шәп, - тиһең,- моғайын Мөгәрәп тулыр, - Эшкә булмаһа ла ашҡа,- Тим,- кеше булыр! Шығыр-шығыр йөрөһәм дә Тик тормай телем: - Картуф сүпләп шуны белдем – Бар икән билем! - Уф, билем, - тим, - Арыным, - тим, Ҡырын ҡарамай, Йылмая тик: - Әлдә әле Телең арымай! - Көрәкте, - тим,- минең телгә Бәйләһәк әгәр, Күптән ҡаҙып бөтөр инек, Биллаһи мәгәр! Тиҙерәк тә эшләр инем, Эшләһәм телһеҙ… …Икәү бергә саҡта беҙгә Булмаҫ күңелһеҙ...Фирүзә Абдуллина]

Картуф ҡаҙабыҙ икәүләпКартуф ҡаҙабыҙ икәүләп
Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп
Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп,
Тик тармай телем:
- Минең ярҙамдан зыяным
Күберәк, - тимен.

- Ни һөйләйһең ул?- тигәндәй
Йылмайып ҡарай,
Икәү генә эшләһәк тә
Эшебеҙ ырай.

- Беҙ бергә саҡта, - тимен мин,-
Кәрәкмәй ярҙам!
- Эсте тишмәҫ ине, - тиһең,-
Бер көндә ҡаҙһаң.

- Картуф шәп, - тиһең,- моғайын
Мөгәрәп тулыр,
- Эшкә булмаһа ла ашҡа,-
Тим,- кеше булыр!

Шығыр-шығыр йөрөһәм дә
Тик тормай телем:
- Картуф сүпләп шуны белдем –
Бар икән билем!

- Уф, билем, - тим,
- Арыным, - тим,
Ҡырын ҡарамай,
Йылмая тик: - Әлдә әле
Телең арымай!

- Көрәкте, - тим,- минең телгә
Бәйләһәк әгәр,
Күптән ҡаҙып бөтөр инек,
Биллаһи мәгәр!

Тиҙерәк тә эшләр инем,
Эшләһәм телһеҙ…
…Икәү бергә саҡта беҙгә
Булмаҫ күңелһеҙ!

Фирүзә Абдуллина
Читайте нас