Новости
22 Сентябрь 2016, 08:50

Көҙ

Япраҡ аша төшкән ҡояш күҙҙеҠамаштыра сағыу төҫ менән,Был илаһи сихри матурлыҡтыНисек бутамаҫҡа төш менән?Ағастарҙың алтын япраҡтарыТәңкә булып ергә һибелә,Байлыҡ, муллыҡ, өмөт, хыял тейәп,Ашыҡмайса ғына көҙ килә.Алтын көҙөм! Ялҡын көҙөм минең!Ҡояш кеүек ҡайнар хистәрем,Һәр яңы көн шатлыҡ вәғәҙә итә,Ай-йондоҙло оҙон кистәрем…Фирүзә Абдуллина

КөҙКөҙ
Көҙ

Япраҡ аша төшкән ҡояш күҙҙе
Ҡамаштыра сағыу төҫ менән,
Был илаһи сихри матурлыҡты
Нисек бутамаҫҡа төш менән?

Ағастарҙың алтын япраҡтары
Тәңкә булып ергә һибелә,
Байлыҡ, муллыҡ, өмөт, хыял тейәп,
Ашыҡмайса ғына көҙ килә.

Алтын көҙөм! Ялҡын көҙөм минең!
Ҡояш кеүек ҡайнар хистәрем,
Һәр яңы көн шатлыҡ вәғәҙә итә,
Ай-йондоҙло оҙон кистәрем…

Фирүзә Абдуллина
Читайте нас