Новости
16 Сентябрь 2016, 09:27

Беҙҙең Диләрәгә бөтә Европа һоҡланды

Йырсы, башҡорт ҡыҙы Диләрә Иҙрисова 51-се халыҡ-ара вокалсылар конкурсында икенсе гран-при яуланы. Беренсе гран-при быйыл бер кемгә лә бирелмәне. Францияла уҙған конкурста сопрано тауышлы Диләрә та­машасы һөйөүе призын да алды. Был еңеүҙәренә өҫтәп, төрлө яҡтан хеҙмәттәшлек саҡырыу­ҙарын да ҡабул итте.Тәүге турҙа ҡатнашырға 40 илдән 400 йырсы ғариза биргән, 98-ен һайлап алғандар, икенсе турға – 24, өсөнсөгә 10-ауһы сыҡҡан. Шулар араһында ни бары ике ҡатын-ҡыҙ ғына булған. Бына бит ниндәй ҡатмарлы һынауҙар үтеп, иң юғары баҫҡысҡа күтәрелгән беҙҙең һылыу.Диләрә Иҙрисова был конкурста оркестр менән тәүге тапҡыр һирәк башҡарыла торған “Гугеноты” операһынан Маргарита арияһын да йырлаған.

Беҙҙең Диләрәгә бөтә  Европа һоҡландыБеҙҙең Диләрәгә бөтә  Европа һоҡланды
Беҙҙең Диләрәгә бөтә Европа һоҡланды

Йырсы, башҡорт ҡыҙы Диләрә Иҙрисова 51-се халыҡ-ара вокалсылар конкурсында икенсе гран-при яуланы. Беренсе гран-при быйыл бер кемгә лә бирелмәне.
Францияла уҙған конкурста сопрано тауышлы Диләрә та­машасы һөйөүе призын да алды. Был еңеүҙәренә өҫтәп, төрлө яҡтан хеҙмәттәшлек саҡырыу­ҙарын да ҡабул итте.
Тәүге турҙа ҡатнашырға 40 илдән 400 йырсы ғариза биргән, 98-ен һайлап алғандар, икенсе турға – 24, өсөнсөгә 10-ауһы сыҡҡан. Шулар араһында ни бары ике ҡатын-ҡыҙ ғына булған. Бына бит ниндәй ҡатмарлы һынауҙар үтеп, иң юғары баҫҡысҡа күтәрелгән беҙҙең һылыу.
Диләрә Иҙрисова был конкурста оркестр менән тәүге тапҡыр һирәк башҡарыла торған “Гугеноты” операһынан Маргарита арияһын да йырлаған.
Читайте нас