Был хәл кисә булған. Баш ҡаланың 112 Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып, йорттоң дүртенсе ҡатындағы балкондың нигеҙенә баҫып торған әбей тураһында хәбәр иткәндәр.
Ҡотҡарыусылар альпинист ҡорамалдарын ҡулланып, әбейҙең янына төшөп, уны хәүефһеҙ урынға күсергән. Баҡтиһәң ул балкондан ҡоштарҙы ашатҡан булған, тышҡы яҡҡа нисек сыҡҡанын хәтерләмәй.