Новости
15 Август 2016, 15:22

Башҡортостанда түҙеп торғоһоҙ эҫелек аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк

һауа температураһы уртаса алғанда 7 градусҡа артыҡ торасаҡ - термометрҙар көндөҙ 30-35, төндә иһә 16-21 градус күрәтәсәк. Ошо сәбәпле урман янғындары сығыу хәүефе бик юғары булып ҡала. Ғөмүмән алғанда ла ут менән һаҡ ҡыланығыҙ, мунса-маҙар, усаҡ яҡмай тороғоҙ.Синоптиктар аҙна аҙағына көндәр һыуытасаҡ тип вәғәҙәләй.Әйткәндәй Өфөлә август айында өсөнсө тапҡыр температура рекорды ҡуйылды. Кисә Өфө-Дим метеостанцияһында термометр 34,2 градус күрһәтте. 2013 йылдағы рекорд – 32,4.Өфө-Гидрометүҙәк посында – 34,4, Өфө – Авиация метеорология станцияһында 33,7 градус булды.12 август республикала иң эҫе көн булараҡ теркәлде: көньяҡта һәм көнбайышта һауа температураһы 36-37 градусҡа етте. Мәҫәлән, Федоровкала +36, Раевкала +36,9, Мәләүездә +37 градус эҫе булды.

Башҡортостанда түҙеп торғоһоҙ эҫелек аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәкБашҡортостанда түҙеп торғоһоҙ эҫелек аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк
Башҡортостанда түҙеп торғоһоҙ эҫелек аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк
һауа температураһы уртаса алғанда 7 градусҡа артыҡ торасаҡ - термометрҙар көндөҙ 30-35, төндә иһә 16-21 градус күрәтәсәк. Ошо сәбәпле урман янғындары сығыу хәүефе бик юғары булып ҡала. Ғөмүмән алғанда ла ут менән һаҡ ҡыланығыҙ, мунса-маҙар, усаҡ яҡмай тороғоҙ.

Синоптиктар аҙна аҙағына көндәр һыуытасаҡ тип вәғәҙәләй.

Әйткәндәй Өфөлә август айында өсөнсө тапҡыр температура рекорды ҡуйылды. Кисә Өфө-Дим метеостанцияһында термометр 34,2 градус күрһәтте. 2013 йылдағы рекорд – 32,4.

Өфө-Гидрометүҙәк посында – 34,4, Өфө – Авиация метеорология станцияһында 33,7 градус булды.

12 август республикала иң эҫе көн булараҡ теркәлде: көньяҡта һәм көнбайышта һауа температураһы 36-37 градусҡа етте. Мәҫәлән, Федоровкала +36, Раевкала +36,9, Мәләүездә +37 градус эҫе булды.
Читайте нас