+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Новости
4 Июль 2016, 14:31
"Бизон" баҫыуҙарҙы эшкәртә
Яңауыл районында йәшәүсе ағалы-ҡустылы Әнүәр һәм Айрат Фатиховтар үҙҙәренең ағалары Рамазан Ғилметдинов менән ҡеүәтле трактор йыйған. "Бизон" тип аталған был техниканы улар аталарының эшен - фермерлыҡты дауам итергә теләп эшләгән. Орел ҡалаһындағы Михаил Лисица тигән кешенең һыҙмаларын өйрәнгән туғандар кәрәкле запчастәрҙе йыйған. - Тракторҙың рамаһына 150К тракторының ярымрамаларын иретеп йәбештереп эшләнек, - тиҙәр һөнәрмәндәр. - Һөҙөмтәлә боролоштар алғы тәгәрмәстәр ярҙамында яһара. Алғы балка "КаМАЗ"дан алынған, тәгәрмәстәре "Т-150"неке, артҡы күсәр ҙә "150"-нән. Тартым яһаған артҡы тәгәрмәстәр "Дон-1500" комбайныныҡы.
\"Бизон\" баҫыуҙарҙы эшкәртә
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"