Новости
31 Мая 2016, 11:25

2016 йылдың июнь (һөтай) айына календарь

Байрамдар, иҫтәлекле көндәр:1 – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.5 – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.– Экологтар көнө.– Мелиораторҙар көнө.6 – Рәсәйҙә Пушкин көнө.8 – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.12 – Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө. Рәсәй көнө.– Еңел сәнәғәт эшсәндәре көнө.

2016 йылдың июнь (һөтай) айына календарь2016 йылдың июнь (һөтай) айына календарь
2016 йылдың июнь (һөтай) айына календарь
Байрамдар, иҫтәлекле көндәр:
1 – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.
5 – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.
– Экологтар көнө.
– Мелиораторҙар көнө.
6 – Рәсәйҙә Пушкин көнө.
8 – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
12 – Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө. Рәсәй көнө.
– Еңел сәнәғәт эшсәндәре көнө.
12 – Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө көнө.
14 – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
– Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
– Халыҡ-ара ҡан донорҙары көнө.
18 – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
19 – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
22 – Хәтер көнө.
23 – Халыҡ-ара Олимпия көнө.
25 – Cтатистика хеҙмәткәрҙәре көнө.
26 – Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө.
27 – Йәштәр көнө.

Юбилейҙар:
2 – яҙыусы Хәбир ДАУЫТОВҠА – 80 йәш (1936).
– яҙыусы һәм журналист Ҡамса МОРТАЗИНҒА – 50 йәш (1966).
3 – педагогия фәндәре докторы, профессор Әлфис ҒАЯЗОВ­ҠА – 60 йәш (1956).
6 – шағирә Сулпан МИҢЛЕБАЕВАҒА – 55 йәш (1961).
10 – шағир Тимер НИӘТШИНҒА – 70 йәш (1946).
12 – тарих фәндәре кандидаты Әхәт СӘЛИХОВҠА – 50 йәш (1966).
15 – яҙыусы Марс Нуриевҡа – 75 йәш (1941).
16 – тарих фәндәре докторы, профессор Айбулат АҠМАНОВҠА – 50 йәш (1966).
26 – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, прозаик һәм публицист Азат Абдуллинға – 85 йәш (1931).

Һынамыштар
- Кис сиңерткәләр сырылдаһа, иртән аяҙ була.
- Ҡарлуғастар бейектән осһа – көн аяҙ була.
- Себендәр дәррәү осһа, йылы көндәр килер.
- Кистән ысыҡ төшһә, иртәгәһенә аяҙ булыр.
- Ҡаҙаяҡ бөгәрләнһә, ямғырға.
- Серәкәйҙәр өймәкләшеп осоп йөрөһә, баҡалар баҡылдашһа, аяҙ көнгә.
- Йәй ямғырлы килһә, ҡыш оҙон булыр.
- Ямғыр алдынан сәскәләрҙең еҫе көсәйә.
- Күктә йондоҙҙар күренмәһә, иртәгәһенә ямғыр көт.
Читайте нас