Новости
21 Апрель 2016, 08:59

"Ауылға ҡыҙҙар килде"

Дуҫтар! Йылы-наҙлы яҙ менән!!! Ә беҙ һеҙҙе бик шәәп спектаклгә саҡырабыҙ! Шатланып, көлөп, кәйефтәрҙе күтәреп, рәхәтләнеп ял иткегеҙ килә икән, килегеҙ беҙгә! Иҫ киткес тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Инеү бушлай!

\"Ауылға ҡыҙҙар килде\"\"Ауылға ҡыҙҙар килде\"
\"Ауылға ҡыҙҙар килде\"

Дуҫтар! Йылы-наҙлы яҙ менән!!! Ә беҙ һеҙҙе бик шәәп спектаклгә саҡырабыҙ! Шатланып, көлөп, кәйефтәрҙе күтәреп, рәхәтләнеп ял иткегеҙ килә икән, килегеҙ беҙгә! Иҫ киткес тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Инеү бушлай! Эйе-эйе, сөнки М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Ҡорос" фольклор-театр ансамбле бөтә республика буйынса "Студент яҙы-2016" ойошторған "Театр яҙы" фестивалендә ҡатнаша!

Наил Ғәйетбайҙың "Ауылға ҡыҙҙар килде" комедияһында ҡыҙҙарҙың ауылдарҙан күпләп китеүе, ә егеттәрҙең шул арҡала кәләш ала алмауы, балалар тыумауы, мәктәптәрҙең ябылыуы, ауылдарҙың ҡороуы тураһында бәйән ителә.

Һеҙҙең көслө алҡыштарығыҙ беҙгә бик терәк буласаҡ, бына һеҙҙән шул ғына! Ә беҙҙән - спектакль! Беҙ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас