Новости
15 Ғинуар 2016, 10:31

Ғинуарҙа

Шыршы ҡупшы кейенмәгән,Аунап урамда ята.Йылтыр йәшле керпектәреТуңып, буранда ята.

ҒинуарҙаҒинуарҙа
Ғинуарҙа
Шыршы ҡупшы кейенмәгән,
Аунап урамда ята.
Йылтыр йәшле керпектәре
Туңып, буранда ята.

Тирәләп тә әйләнмәйҙәр,
Йырламайҙар бергәләп.
Бала-саға шыршыҡайҙы
Тибеп йөрөй бәргеләп.

Шыршы ҡупшы кейенмәгән,
Аунап урамда ята,
Һалҡын, йәшле энәләрен
Тоҫҡап йөрәккә ата.

Фанис Сирбаев ижады
Читайте нас