Новости
11 Ғинуар 2016, 14:27

Авто һөйөүселәргә ярҙамға

Ғинуар айы башында Ырымбур өлкәһендә булған күңелһеҙ хәл бар Рәсәйҙе тетрәтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - бында тиҫтәләгән автомобиль буранға эләгеп, ҡар аҫтында ҡалды. Һөҙөмтәлә, бер кеше туңып үлде, күптәре һыуыҡ тейеүҙән зыян күрҙе.Осраҡлымы был әллә фажиғәне иҫкәртеп булдымы? Ни тиһәң дә водителдәрҙе буран мәлендә юлға сығырға бер кем дә көсләмәгән, артынан баҫтырмаған. Үҙенең автомобиленә үҙе хужа булған кеше алдында янғын, ер тетрәү, һуғыш урынынан ҡасыу кеүек ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйған ғәҙәттән тыш хәл килеп баҫмаған бит. Ырымбур фажиғәһе йәмғиәтебеҙҙәге ҡулланыусылар быуыны - "потребительское поколение" үҫешеп етеүен күрһәтте, автомобилселәрҙең аңһыҙ автомобиль эйәләренә әйләнгәнен күрһәтте.

Авто һөйөүселәргә ярҙамғаАвто һөйөүселәргә ярҙамға
Авто һөйөүселәргә ярҙамға
Читайте нас