Йәнйегет ауылында мәсет
Былтыр йәйгеһен Баймаҡ районының Йәнйегет ауылы халҡы берҙәмләшеп мәсет төҙөй башлауы тураһында хәбәр иткәйнек. Йәйге селләнән һуң унда эштәр ҡыҙыулашҡан. Мәсеттең манараһының мөйөшлөктәрен Сибайҙан шәхси эшҡыуар Вил Мостафин әҙерләп биргән. Сентябрь айында ҡойма ҡуйылған, манараға ай эшләнгән. Октябрҙа Сибайҙа йәшәүсе Ғәбит, Сажидә Ғәниевтар мәсеткә газ плитәһе алып биргән.