Бесәй-скалолаз
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Эльмира Ишимова Пионерҙар урамынан китеп барғанда ошолай ҡыҙыҡ хәлдә торған бесәйҙе күреп ҡалған. Ҡыҙыҡ тигәнең ҡыҙғаныс булған - мыраубай тәҙрә форточкаһы аша фатирға инергә уйлаған, ләкин тырнаҡтары менән рамға эләккән. Бәхеткә күрә эстән тәҙрәне асҡандар һәм бесәй тотҡонлоҡтан ҡотолған.