Новости
20 Март 2015, 10:57

«Килендәшем «Йәшлек»те уҡып, бәлки, мине ғәфү итер…»

«К. районында «Йәшлек»те күп кеше алдырамы?» – ят ҡатындың тәүге һорауы шул булды. Яҡынса күпме яҙылыусыбыҙ булғанын ишеткәс, ауыр һулап ҡуйҙы. Хушлашты. Һуңынан, оҙаҡ ҡына ҡыймай йөрөгәндән һуң, ахыры, яңынан шылтыратты. Ысын исемен әйтмәне, Сайма*, тиерһең, тине:– Элекке килендәшем шул районда йәшәй, – артабан ни әйтергә белмәгәндәй байтаҡ шым торҙо, әллә бәйләнеш өҙөлдөмө, тип трубканы һалырға ла уйлағайным, ул тағы телгә килде, – бәлки, ул «Йәшлек»те алдыралыр, гәзит аша ғәфү үтенергә ине миңә унан…Асыҡланыуынса, килендәше социаль селтәрҙәрҙә теркәлмәгән, Сайма уның телефонын да белмәй. Үҙенә тыныслыҡ тапмай, гәзит аша булһа ла килендәшенән кисереү һорарға теләгән ҡатын, мәҡәләне уҡыһа, таныр, тип өмөтләнде:– Туҡмап харап иттем мин уны… Эсенә тибеп, балаһын төшөрттөм, хәҙер шуға үҙемде үҙем күрә алмай йәшәйем…Был һүҙҙәре менән шаңҡытҡан Сайма килендәше менән булған хәлде тасуирлағанда, ваҡиғалар таҫмаһын бер алға күсереп, бер кинәт артҡа китеп, фекер ебен сырмалтып, өҙөп, мине ҡаңғыртып бөттө. Шулай ҙа һөйләм һайын тиерлек аныҡлап һорауҙар бирә торғас, хәлдең айышына яйлап төшөндөм.

Читайте нас