Һуғыш һәм тыл ҡаһармандарына арнала
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Баймаҡ районының Билал һәм Һәмән ауылдарының һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында китап сығарыласаҡ. Махсус ойоштороу комитеты төҙөлгән. Әле ул һуғыш һәм тыл ҡаһармандары тураһында мәғлүмәт йыя, китаптың электрон вариантын әҙерләй. Ойоштороусылар халыҡтың әүҙемерәк булыуын теләй.