Дауаханаға барырға теләһәң...
1 ғинуарҙан Өфөлә “Берҙәм регистратура” хеҙмәте үҙ эшен туҡтатты. Уның урынына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәге булдырылды.Хәҙер участка терапевты, педиатры, стоматологы һәм акушер-гинекологына күренеү өсөн элеккесә алдан телефондан хәбәр итергә кәрәк. Шылтыратыу өсөн һеҙ беркетелгән медицина учреждениеһының кодын йыйыу мотлаҡ. МТС, «Билайн» һәм «Мегафон» абоненттары тәүҙә 09 383 берҙәм номерын йыйып, аҙаҡтан өс урынлы кодҡа баҫырға тейеш.