+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Новости
12 Ғинуар 2015, 08:36
КЛАССИК ӘҘИПТӘР КИТАП УҠЫРҒА ӨНДӘЙ
Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арнап, баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарында башҡорт һәм рус классик әҙиптәренең цитаталары яҙылған илленән ашыу реклама щиты урынлаштырылды.Уларҙа Н.Гоголь, А.Чехов, А. Пушкин, Л.Толстой һәм башҡаларҙың китап уҡыуға арналған һүҙҙәре урын алған. Бынан тыш, халыҡ шағирҙары Рәми Рәми Ғарипов, Ҡәҙим Аралбаевтың, Ә.Бикчәнтәевтың “Яҙыусы хеҙмәте - телсымлы профессия ул”, Ғ.Хөсәйеновтың “Китап уҡымаған әҙәм – сәскә атмаған үлән” тигән цитаталары, “Ауыҙ күрке – тел, телдең күрке һүҙ” кеүек башҡорт халыҡ мәҡәле лә урынлаштырылған. Бындай акция баш ҡалала тәүгә үткәрелә. Щиттарҙағы цитаталарҙы ҡала хакимиәте белгестәре һайлап алған. Ә бына Учалы районында автобус – китапхана үҙ эшен башланы. Уның эсендә даими яңыртылған китап фонды, матбуғат баҫмалары бар. Шулай уҡ компьютер техникаһы ҡуйылған, электрон документтар менән эшләргә, интернетҡа сығып була. Библиобус кеше яҙ йәшәгән һәм китапханаһы булмаған төпкөл ауылдарға белем һәм яңылыҡтар илтәсәк.
КЛАССИК ӘҘИПТӘР КИТАП УҠЫРҒА ӨНДӘЙ
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"