Был хәл Тәтешле районында булған. Өфөнән килгән ир Үрге Тәтешле ауылындағы кафела һыйланғас, тышҡа сығып, «Дэу Нексия»ға ултырып сығып киткән. Бер аҙҙан машина бысраҡ юлда батҡан, ә иҫерек водитель йоҡлап киткән.
Күп тә үтмәй, машина ҡыуып алып китеүҙе тикшергән хоҡуҡ һаҡлаусылар “Нексияны” табып алған. Водитель, был машина минеке тигән.
Шуныһы асыҡланған – ир кафе янында ошондай уҡ моделле машина менән килгән һәм ҡайтырға сыҡҡас, яңылышып икенсе «Дэу Нексия»ға ултырған.