Батыр һүҙе менән тупланайыҡ
Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы, Мәҙәниәт йылы сиктәрендә шиғри флешмоб үтәсәк.Бөтә донъя башҡорттары! Акцияға берҙәм һәм дәррәү ҡушылығыҙ! Йөрәгендә батыр рухын, аманатын йөрөткән, күңелендә Салауатҡа һоҡланыу хистәрен һаҡлаған, үҙен башҡорт тип һанаған, Башҡортостан йәмғиәтенең тоғро вәкиле булған һәр кемде ошо сараға саҡырабыҙ. Туған телгә, еребеҙгә, милли батырыбыҙға булған изге тойғоларыбыҙҙы, берҙәмлегебеҙҙе һәм ойошҡанлығыбыҙҙы эш менән күрһәтәйек.Батырыбыҙҙың ижадын пропагандалау, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү, мәҙәниәттә һәм әҙәбиәттә Салауат образын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Йәш һәм милләт буйынса сикләүҙәр юҡ. Салауат Юлаев ижад иткән шиғырҙар башҡорт телендә генә түгел, башҡа телдәрҙә лә яңғыраясаҡ. Шиғри флешмоб милли батырыбыҙҙың вафат булған көнөндә, 26 сентябрҙә, үтәсәк.