Ленин урамында Дуҫлыҡ монументы буласаҡ
Өфөнөң Ленин урамындағы 44/46-сы йорттоң фасадында тиҙҙән ҙур граффити төшөрөләсәк. Дүрт ҡатлы бинала Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Алексей Королевскийҙың “Өфө. Дуҫлыҡ монументы” картинаһы һүрәтләнәсәк. Граффитины Сипайлово биҫтәһендәге Юрий Гагарин һүрәте авторы, рәссам Олег Кайбышев төшөргән.