Новости
19 Июня 2014, 09:10

Тимер юлында снаряд табылған

Дәүләкән районынан үткән Куйбышев тимер юлының 1537-се саҡрымында ремонт эштәре алып барған эшселәр юл буйында хәрби снарядҡа оҡшаған әйбер тапҡан. Ваҡиға урынына республика буйынса Эске эштәр министрлығының ОМОН инженер-техник төркөмө ебәрелгән. Саперҙар боеприпасты тикшереп, уның Граждандар һуғышынан бирле ҡалған 76 миллиметрлы снаряд булыуын асыҡлаған. Хәүефле табылдыҡты улар махсус полонға алып барып шартлатҡан.

Читайте нас