Новости
16 Июня 2014, 06:47

Ҡуяндар ҡарарға Милли музейға барығыҙ

БР Милли музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Уның исеме - “Кролик туғанҡай” һәм унда йорт ҡуяндары күрһәтелгән. Егерменән ашыу төр ҡуян араһында иң ҙур Фландр һәм иң бәләкәй Гермелин тоҡомлолар бар. Бульдог-ҡуян, ҡуян - ҡондоҙ батшаһы, декоратив һалбыр ҡолаҡлы һарыҡ һәм төрөк ангораһы ла бар. Тамашасыларға йорт ҡуяндарын нисек дөрөҫ тәрбиәләргә өйрәтәсәктәр. Уларҙы һыйпарға, ашатып ҡарарға, фотоға төшөрөргә мөмкин.

Читайте нас