Новости
9 Мая 2014, 07:10

“75-СЕ ЭКСПРЕСС” ҡайҙа илтә?

14 майҙа Х. Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һеҙҙе 75-се ижад миҙгелен ябыуға арналған тамашаға саҡыра. “75-се экспресс” тамашасыларҙы мәҙәни усаҡ барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгә тиклемге иҫтәлекле ваҡиғалар, даталар буйынса сәйәхәткә саҡыра. Концертта филармонияның барлыҡ артис­тары һәм коллективтары ҡатнаша. Шулай уҡ тамашасыларҙы төрлө бүләктәр һәм сюрприздар көтә. Төрлө музыка жанрҙарынан торған концерт программаһы, үҙенсәлекле биҙәлгән сәхнә, фойелағы актерҙарҙың антик осорҙағы образдарҙа тере һын булып тороуы һәм башҡа ҡыҙыҡлы күренештәр һәр кемдең күңеленә хуш килер. Филармонияның “тыуған көнөнә” рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Читайте нас