Новости
5 Мая 2014, 06:29

Яңы аҡса әйләнешкә сыҡты

Бөгөн Рәсәй банкыһы ҡулланылышҡа яңы тимер аҡса сығарҙы. “Выборг. Хәрби дан ҡалалары” латунь ялатылған ҡорос аҡса һәм “Рәсәй Федерацияһы” серияһында “Ингушетия Республикаһы” биметалл ун һумлығы 10 миллион данала Санкт – Петербургтың монета дворында һуғылған. Яңыраҡ Һарытау өлкәһенә арналған аҡса ла әйләнешкә инде. Әйткәндәй, тиҙҙән “Рәсәй Федерацияһы составына Ҡырым Республикаһының һәм Севастополь федераль әһәмиәтле ҡалаһының инеүе” тип исемләгән ун һумлыҡ аҡса сығарыласаҡ.

Яңы аҡса әйләнешкә сыҡтыЯңы аҡса әйләнешкә сыҡты
Яңы аҡса әйләнешкә сыҡты
Читайте нас