Новости
18 Марта 2014, 06:54

50 мең һумлыҡ һыу фильтры һатыусыларҙан һаҡ булығыҙ

Баш ҡала халҡын йәнә мутлашыусылар борсой башланы. Агенттар тәүҙә шылтырата һәм фатирҙан-фатирға йөрөй. Улар башта эскән һыуҙы тикшерә һәм уның концентрацияһы тейешле нормаларға тап килмәй, тип әйтә. Аҙаҡтан улар фатир хужаһы алдында банкалағы һыуҙы электролизлай һәм: “Һеҙҙең һыуығыҙ бысраҡ, беҙҙең фильтрҙы һатып алығыҙ”, - тип өндәй башлай. Улар шулай уҡ торбаларҙа тут ҡатламы, 90-сы йылдарҙағы билдәле ваҡиғанан тороп ҡалған фенол бар, һыуҙа пестицидтар ирегән, тип тә ҡурҡыта.

Читайте нас