Новости
5 Март 2014, 04:54

«Һылыуҡай - 2014» - Раушания Юлдыбаева!

Кисә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында республиканың сибәр ҡыҙҙары араһында яҙ һайын үткәрелгән «Һылыуҡай - 2014» гүзәллек бәйгеһенең финалы үтте. 12 һылыуҡай еңеүсе тажы өсөн көрәште. Быйылғы конкурстың географияһы киңәйҙе – унда Мәскәү, Магнитогорск һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан да ҡыҙҙар ҡатнашты. Шулай итеп конкурс һөҙөмтәләре түбәндәгесә:“Наҙлы һылыуҡай” исеме Илүзә Йәғәфәроваға бирелде.“Иманлы һылыуҡай” – Гөлнара Шәмсетдинова.“Нурлы һылыуҡай” – Гөлназ Сәлтәшева.“Нәфис һылыуҡай” - Сөмбөл Ҡарабулатова.“Тамашасы һөйөүе” менән “БЮТ һылыуҡайы” – Эльвира Иҫәнбулатова.“Моңло һылыуҡай” – Камила Бикҡолова.

Читайте нас