Новости
27 Февраля 2014, 05:19

Аферистар йоҡламай

“Улығыҙ, ейәнегеҙ кеше тапатты, эште судҡа ебәрмәҫ өсөн 100 мең һум аҡса талап ителә”. Ошоноң һымаҡ СМС-хәбәрҙәр ебәреп мутлашыусыларҙың тоҙаҡтарына күптәр эләгә. Бындай енәйәт ғәҙәттә бер үк сценарий буйынса яһала: телефондан шылтыратыуҙан йәки СМС килгәс, аҡсаны курьер килеп ала. Унан һуң, йәнәһе лә бәләгә осраусының иҫән-һау булыуы, бер нәмә лә эшләмәүе асыҡлана.

Читайте нас