Дуҫын туҡмап, фатирын талаған
Дүшәмбелә баш ҡаланың Обь урамындағы фатирҙа ике дуҫ эсеп ултырған. Бер аҙҙан шешәләштәр араһында тауыш сыға. Ҡунаҡ фатир хужаһынан – 54 йәшлек ирҙән аҡса һорай, ләкин ул баш тарта. Иҫерек егет быға бик асыулана һәм иптәшен иҫтән яҙҙырғансы ныҡ итеп туҡмай. Унан һуң ул фатир хужаһының телевизорын һәм тунын алып сығып китә.