Новости
14 Февраля 2014, 05:19

Республиканың студент матбуғаты иғтибарына!

Н.Добролюбов исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт лингвистик университеты “Беренсе һыҙат” исеме аҫтында Бөтә Рәсәй күләмендә студент матбуғаты конкурсын иғлан итте. Был проект Түбәнге Новгород өлкәһенең Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы ярҙамында ойошторола. Конкурс февраль-март айҙарында үтәсәк, унда юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының матбуғат һәм интернет-баҫмалары ҡатнаша ала, бәйгеселәр 17 йәштән 30 йәшкә тиклем булырға тейеш.

Читайте нас