Тәҙрәнән инеп, аҙыҡ-түлек урларға маташҡан
Шишәмбе кисендә Октябрьский ҡалаһында йәшәгән әбей фатирына ҡайтҡас, кухняһында билдәһеҙ ирҙе күреп ҡала. Ул хужабикәгә иғтибар ҙа итмәй, ҙур тоҡ эсенә аҙыҡ-түлек тултырып торған булған. Әбей уға: “Оят түгелме һиңә?”, - тип әйтеп ҡарай. Ләкин ир уға әйләнеп тә ҡарамай. Фатир хужаһы ишекте бикләй һәм полиция саҡырта. Ваҡиға урынына килеп еткән ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре йорттағы өсөнсө ҡаттың тәҙрәһе асыҡ булыуына, балкон тапҡырында ерҙә ҙур тоҡтоң ятыуына иғтибар итә. Бер аҙҙан баҫҡыстан төшөп килеүсе иҫерек егет күренә һәм ул тоҡто алырға маташа. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы күреп ҡалғас, ул ҡасырға уйлай.