Новости
27 Ғинуар 2014, 05:28

“Ҡар бөртөгө”нә ғаилә менән барығыҙ!

Был йәкшәмбелә Минйәр ҡалаһы янында “Ҡар бөртөгө” исемле ғаилә саңғы-туристик слеты уҙғарыла. Унда саңғы ярыштары, һырғалаҡтан шыуыу, балалар өсөн конкурстар, спорт уйындары – ҡыҫҡаһы, ғаилә менән онотолмаҫлыҡ ял итеү өсөн барыһы ла буласаҡ. Урман эсендә махсус тамғалар менән билдәләнгән саңғы юлдары һалынасаҡ. Өшөһәгеҙ – йылыныр өсөн махсус палаткалар ҡороласаҡ, шунда уҡ ҡайнар сәй һатыу ҙа ойоштороласаҡ.

Читайте нас