Новости
17 Января 2014, 05:46

Ғәскәровсылар Сочи Олимпиадаһында ҡатнашасаҡ

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тиҙҙән үтәсәк Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ. Ижади коллектив 11-15 февралдә Сочиҙа дүрт майҙансыҡта сығыш яһаясаҡ. Әле артистар 45 минутлыҡ программа әҙерләй. Уға ансамблгә исем биргән, уны данлаған һәм алтын фондҡа ингән башҡорт бейеүҙәре индерелгән.

Читайте нас